Башҡорт теле уҡытыусыларының регион-ара форумында ҡатнаштыҡ

Ғафури районында башҡорт теле уҡытыусыларының регион-ара форумы эш башланы. Был мәртәбәле сара ике көн дауам итәсәк. Форумды асыу тантанаһынан һуң 13 майҙансыҡта оҫталыҡ дәрестәре күрһәтелде. Дистанцион уҡытыу, уҡытыуҙы цифрлаштырыу, мәктәп телевидениеһы, театры, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу, төрлө гранттарға документтар йыйыу һәм башҡа темалар буйынса фекер алышыуҙар, БДУ-ң, Аҡмулла исемендәге БГПУ — ң айырым майҙансыҡтары эшләне.  Тап ошо форумда халыҡ ижады һәм ял үҙәге режиссеры Лилиә Әҙелбаева башҡорт телендә һөйләшкән ҡурсаҡтар, «ТӘҮГЕ БЕЛЕМ » тип аталған балалар өсөн башҡорт телендә планшет һәм «Минең яратҡан смартфон » башҡорт телле музыкаль уйынсыҡтар күргәҙмәһен тәҡдим итте.