Башҡорт халҡының хәтер һәм ҡайғы көнө

Ҡайнап ҡына аҡҡан Иҙел аша
Тәфтиләүҙәр кисеү таба алмаҫ.
Ир-егеткәйҙәрҙең, ай, өмөтөн
Тәфтиләүҙәр генә быуа алмаҫ.

Ҡара ла ғына урман ҡая бите,
Шаулайҙыр ҙа кисен, ел саҡта.
Ташҡайҙарға соҡоп яҙҙым ҡарғыш,
Ейәндәрем уҡыр бер саҡта…

Бөгөн, 26 сентябрь, башҡорт халҡының ҡайғы һәм хәтер көнө. 1800 йылдың был көнөндә милли геройыбыҙ Салауат Юлаев 46 йәшендә яҡты донъя менән хушлаша.Ул үҙ ғүмеренең 26 йылын һөргөндә үткәрә. Үлемдән, язалауҙарҙан да ҡурҡмай, туған халҡының ирке өсөн аҫыл ғүмерен бирә.

Шулай уҡ бөгөн Башҡорт халҡының XVII—XVIII быуаттарҙағы тарихында ҡанлы ваҡиғалар менән уйылып ҡалған тарихи Һөйәнтүҙ ҡорбандарын иҫкә алабыҙ.  1736 йылдың 24 ғинуарында Тевкелев ауылды юҡҡа сығарырға ҡуша. Ошо бойороҡтоң һөҙөмтәһендә күпләп башҡорт ауылдары юҡҡа сығарыла. Шул ваҡиғаларҙың шаһиты П. И. Рычков былай тип яҙып ҡалдырған:

«Был ауылда меңләп кеше, ҡатын-ҡыҙ, бала сағаһы менән, атып, штык ҡаҙап үлтерелде, власҡа тоғро мишәрҙәр һәм башҡорттар (?) һөңгө менән үлтереп сыҡты. Бынан тыш 105 кеше аҙбарға ябылып, утта яндырылды. … Шул рәүешле Һөйәнтүҙ кешеләре ҡатын-ҡыҙҙары, бала-сағаһы менән — сабыйынан ҡартына тиклем — бер төн эсендә ут менән, ҡорал менән ҡырып бөтөрөлдә, ә йорттары янып көлгә ҡалды».

Беҙҙең азатлыҡ өсөн көрәшкән ҡурҡыу белмәҫ батырҙарыбыҙҙы хөрмәт итеп уларҙың рухтарын күңелдәребеҙҙә йөрөтәбеҙ һәм ғорурлыҡ менән иҫкә алабыҙ.Милли батырыбыҙҙың һәм ошо ихтилалдар ҡорбандарының рухына бағышлап бөгөн Сибай ҡалаһында Салауат Юлаев бюстына  тере сәскәләр һалынды.

Халҡыбыҙ батырҙарын онотмай, ҙурлап күңелдәребеҙҙә һаҡлайыҡ. Башҡорт халҡы үҙ геройҙарын онотмаһын! Салауат батырыбыҙҙың рухы йөрәктәрҙә йәшәһен һәмтөрлө йылдарҙағы ихтилалдар ҡорбандары башҡорт халҡының хәтерендә мәңге һаҡланһын!…