Өлгөлө башҡорт ғаиләһе конкурсының еңеүселәре билдәләнде

Бөгөн, йәғни 27 ноябрь “Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге”ндә — “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе конкурсы”на йомғаҡлау кисәһе үтте. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы «Әсәйҙәр көнөнә» тап килеүе осраҡлы түгел. Сөнки әсәйҙәр донъя тотҡаһы, өйҙөң йәме һәм тормош биҙәге. Был конкурста ҡалабыҙҙың иң талантлы, татыу, эшһөйәр, телем, халҡым тип йән атҡан ун ике ғаилә ҡатнашты. Һәр бер ғаилә конкурс шарттарын үтәп, бирелгән номинациялар буйынса үҙҙәренең презентацияларын тәҡдим итте. Конкурс Республика кимәлендә үткәрелә һәм бөгөнгө һайлап алыу турында еңеүсе ғаилә артабан үҙҙәренең көсөн Күгәрсен районында үткәсәк II – се турҙа ҡатнашасаҡ.🙏😊 Еңеүселәрҙе ҡотлап халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең үҙешмәкәр коллективтарының солистары сығыш яһаны.
💫💥Шулай итеп конкурста әүҙем ҡатнашҡандары өсөн:
🌼Низамовтар ғаиләһе
🌺Зәйнуллина ғаиләһе
🌼Барлыбаевтар ғаиләһе
🌺Азаматовтар ғаиләһе
🌼Утарбаевтар ғаиләһе
🌺Йәнтилиндар ғаиләһе бүләкләнде.
🌸3 – урынды «Ижади ғаилә» номинацияһы еңеүселәре: Юртбаковтар һәм Маулитовтар ғаиләләренә тапшырылды.
🌺 2 – урынды «Ғаилә оҫталары» номинацияһы еңеүселәре: Рамазановтар һәм Арслановтар ғаиләләре бүлеште.
🌼1 – урын «Ғаилә оҫталары» номинацияһы — Самарбаевтар ғаиләһенә бирелде.
🌹🌹🌹Ә инде, конкурстың «Гран – при» Йәнбәковтар ғаиләһенә тапшырылды.
😍🙌Хөрмәтле конкурста ҡатнашыусылар, һеҙгә тағы ла бер тапҡыр рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, бәрәкәтле тормош һәм шатлыҡ- ҡыуаныстар теләйбеҙ.
Ҡотлайбыҙ!🌹🌹🌹