1 март -Башҡорт ғаиләһе көнө! Хөрмәтле милләттәштәр, һеҙҙе ошо матур көн менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләләребеҙ имен, илдәребеҙ тыныс булһын, бәрәкәтле мул тормошта ҡыуанып йәшәргә насип булһын! Сибай ҡалаһында өлгө алырлыҡ, илебеҙгә рухлы балалар тәрбиәләүсе матур ғаиләләр бихисап. Бына шундайҙарҙың береһе ҡалабыҙҙа күптән хөрмәт яулаған Йәнбәковтар ғаиләһе. Улар йәмғиәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. 2020 йылда уҙғарылған «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсында ҡала һәм зона буйынса уҙғарылған этаптарында Гран-приға лайыҡ булып финалға үттеләр. Бөгөн улар Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҙғарыласаҡ «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсының финалында ҡатнашалар. Уларға уңыштар теләйбеҙ!

#башҡортғаиләһекөнө
#культураСибай
#ЦНКиД