25 март- Рәсәй мәҙәниәте хеҙмәткәрҙәре көнө.
Ошо айҡанлы «Ашҡаҙар» радиоһы үткәргән ташырыуҙа Сибай ҡалаһының «Яугүл» халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәте хеҙмәткәре Дилара Мөхөтдиновна Рафиҡова сығыш яһаны. Байрамығыҙ менән ҡотлайбыҙ һеҙҙе, олуғ ил инәһе!
Һәм барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен дә профессиональ байрамдары менән тәбрик итәбеҙ! Ижади уңыштар, яңы үрҙәр һеҙгә!