«Миләш » халыҡ вокал ансамбле бөгөн гөрләтеп үҙенең 20 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Йырға- моңға һыуһаған тамашасылар күңеленә концерт хуш килде . Ансамблдең йылдар буйы тупланған репертуары бай йөкмәткеле. Программала төрлө халыҡтарҙың йыр — моңдары яңғыраны һәм бейеүҙәре башҡарылды. Тамашасылар ҡушылып йырланы, моңланды һәм йырсыларҙы көслө алҡыштарға күмеп ҙурланы. Сценарий авторы Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Ә.Алдырханова. Тамаша аҙағында мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ильшат Рәшит улы Солтангәрәйев, халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге директоры Гөлиә Рәхимйән ҡыҙы Нәҙерғолова, Сибай балалар сәнғәт мәктәбе директоры Флорида Фиолит ҡыҙы Ҡәҙерғолова ансамблде юбилейы менән ҡотлап иҫтәлекле бүләктәр һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Ҡотлауҙарға шулай уҡ Өфө ҡалаһы, Ҡаҙағстан һәм Силәбе өлкәһенән сәләм юллаусы ижадташ дуҫтары ла ҡушылды. Миләштәргә артабан да ижади уңыштар һәм шатлыҡ — ҡыуаныстар теләйбеҙ!

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *