8 июль Ғаилә, тоғролоҡ һәм мөхәббәт көнө менән тап килеүе байрам сараһына мәртәбә өҫтәне. Был көндө Сибайҙың өлгөлө ғаиләләрен тәбрик итеү күптән инде изге йолаға әүерелде. Быйыл «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ» миҙалы Варламовтар ғаиләһенә тапшырылһа, Ришат һәм Гүзәл Шәрәфетдиновтар һәм Әсҡәт һәм Гөлсинә Ғәниевтар иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде. Үҙәк майҙанда 14.00 сәғәттән 15.00 сәғәткә тиклем барған концерт программаһында Сибай ҡалаһының ижади коллективтары тамашасыларға башҡорт халҡының милли мәҙәниәте, йыр, бейеү сәнғәте, телмәре, ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтте. Борон- борондан башҡорттар баланың донъяға килеүен, исем ҡушыу, ҡолаҡ тешләтеү, ҡоҙалашыу йолаларын оло ҡунаҡ йыйып ҙур туй итеп билдәләгәндәр. Театрлаштырылған тамашала артистар Сибай ерлегенең рухлы, дәртле һәм ҡунаҡсыл халҡының боронғо көнкүрешен тамашасыларға тәҡдим итте.
Тамашала бер ғаиләлә Фатима исемле матур ҡыҙ, икенсеһендә Сибай тигән баһадир ул тыуа. Бер-береһен хөрмәт иткән күршеләр балаларҙың ҡолаҡтарын тешләтеп, матур йола башҡарып киләсәктә ҡоҙалашырға һүҙ бирештеләр. Балалар үҫә төшкәс һырға туйы, аҙаҡ инде ысынлап ҡоҙа булышып оло туй үткәреп уларҙы өйләндерҙеләр.