Бына инде нисә йыл рәттән Сибай ҡалаһында сентябрь айында Мөнәжәт әйтеүселәрҙең Төбәк-ара бәйгеһе уҙғарыла. Быйыл да ошо йоланы дауам итеп 27 сентябрь көнө бәйгебеҙҙе үткәрәсәкбеҙ. Ҡатнашырға теләүселәрҙән заявкалар йыйыу дауам итә. Бәйге өс номинацияла үтәсәк: мөнәжәт, нәсихәт һәм Ҡөрьән сүрәләрен Мәүлит Ямалетдинов һалған шиғри юлдарҙа башҡарыу. Заявкаларҙы luizakurrai@gmail.com электрон почтаһы аша ҡабул итәбеҙ. Белешмәләр өсөн телефон : 8(347-75) 2-46-32;