Бәйгелә 25 яңғыҙ башҡарыусы менән 14 коллектив ҡатнашып, йәмғеһе 100-ҙән ашыу кеше йыйылған.

Конкурстың һөҙөмтәһендә яңғыҙ башҡарыусылар араһында гран-приҙы Хәйбулланан Илдар Юнысов яулаған! Илдар Әбделмән улы БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР мәғариф отличнигы, «Түңгәүер» ҡурайсылар ойошмаһының рәйесе.
«Мөнәжәт» номинацияһында l урынды — Әбйәлил районынан Зөбәйлә Зарипова, II урынды — БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, сәсәниә Фәниә Арыҫланова, III урынды Ейәнсуранан Зифа Ишмырҙина алған.

«Нәсихәт» номинацияһында l урында — Сәрүәр Насирова (Йылайыр районы), II урында — Аделина Уралбаева (Баймаҡ районы), III урында Минзифа Ишемғолова менән Хәмиҙә Ҡоносбаеваның дуэты.
«Сүрә» номинацияһында l урынды — Рәйлә Кулмурзина (Ишембай ҡалаһы), ll урынды — Фәниә Ғәйнуллина (Ейәнсура районы), III урынды Мәҙинә Ғәбитова (Әбйәлил районы) яулаған.

Коллективтар араһында гран-при — «Үткәл» фольклор ансамблендә! Белорет районынан улар!

«Мөнәжәт» номинацияһында урындар түбәндәгесә:

l — «Умырзая» халыҡ фольклор ансамбле (Йылайыр районы)
ll — «Миләш» халыҡ вокаль ансамбле (Сибай ҡалаһы), «Яҙгөл» фольклор ансамбле (Баймаҡ районы)
lll — «Кәүсәриә» мөнәжәтселәрҙең ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле (Силәбе өлкәһе).

«Сүрә» номинацияһында еңеүселәр:
l — «Гөлбаныу» ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле (Бөрйән районы)
ll — ағинәйҙәр клубы (Ейәнсура районы)
lll — «Иман нуры» ансамбле (Баймаҡ районы).

«Нәсихәт» номинацияһында еңеүселәр:
l — «Әхирәттәр» ағинәйҙәр коллективы (Ғафури районы)
ll — «Үҫәргән» ағинәйҙәр ойошмаһы (Ейәнсура районы)
lll — «Сәсәндәрҙең халыҡ мәктәбе» коллективы (Хәйбулла районы).

Еңеүселәрҙең барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Ә призлы урындар алмағандарға, бер ҙә бошонмағыҙ, бик тә булмаһа, быйылдың киләһе йылы бар бит, тибеҙ. Һәм конкурста ҡатнашыу — үҙе бер мәртәбә, мөнәжәт әйтеү иһә — үҙе бер күңел байлығы, күңел сихәте кеүек.