Хәҙерге заманда күпселек бала туған телендә һөйләшмәй, хатта атай-әсәйҙәр үҙҙәре лә аңғармаҫтан балаларына русса һүҙ ҡуша. Интернет селтәре һәм телевизорҙа барған йәнһүрәттәр ҙә, методик әсбаптар һәм дәреслектәр рус телендә алып барылыуы сәбәпле кескәйҙәребеҙҙе туған телендә һөйләштереү хәҙерге заманда ауыр мәсьәлә булып тора. Балаһына ҡабат-ҡабат әкиәт уҡып ултырған әсәй ҙә, атай ҙа бик һирәктер. Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә эшләп килгән «Аманат» фольклор ансамбленә йөрөгән балалар өсөн туған телгә ҡарата һөйөү, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен,милли мәҙәниәтен өйрәнеү һәм онотолоп барған йолаларҙы тергеҙеү маҡсатында бихисап эштәр алып барыла. Башҡорт халыҡ уйындарын, йолаларын, фольклор байрамдарын һәм йыр-бейеүҙәрен өйрәнгәндә кескәйҙәр халҡыбыҙҙың боронғо һәм хәҙерге көнкүреше менән танышып уй-фекерҙәрен, ҡыҙыҡһыныуын белдерә. Телмәрҙе үҫтереүҙә халыҡ ижады ынйылары – мәҡәлдәр, һынамыштар, тиҙәйткестәр, уйындар ғәйәт ҙур роль уйнай. Бала бәләкәй сағында күп ваҡытын уйнап үткәрә. Уйын ваҡытында ул яңы образдарҙы танырға, фантазияһын, һәләттәрен, оҫталығын үҫтереүгә өлгәшә. Әгәр ҙә бала уйындан, әкиәттән, музыканан һәм ижади эштәрҙән мәхрүм түгел икән, баланың рухи донъяһы ла бай буласаҡ, тигән билдәле педагог В. Сухомлинский. Һәр кем ғаиләһендә милли ҡомартҡыларҙы һаҡлаһа, балаһын халҡы рухында тәрбиәләһә, туған телебеҙ һаҡланыр, балалар ҙа иманлы булып үҫер тигән теләктәбеҙ!