16 май ДББУ 3-сө һанлы «Сибай «республика полилингваль күп профилле гимназия -интернатында Халыҡ ижады һәм мәҙәниәте үҙәгенең «Яугел» халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рафиҡова һәм филология фәндәре кандидаты Аҡманова Римма Һөйөндөк ҡыҙы (ҡумыҙсылар ансамбле солисы) 5 Б класы уҡыусылары (тәрбиәсеһе Тойғонова Миләүшә Азат ҡыҙы) менән осрашты. «Башҡортостан – ҡумыҙ теле» исемле был мастер-класты 9 Б класы уҡыусылары (класс етәксеһе Кәримова Рауилә Ишбулды ҡыҙы) Пушка картаһы менән һатып алып 5 Б класы уҡыусыларына бүләк иткән. Был музыка ҡоралына элек-электән халыҡ араһында ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар уйнай торған уйын ҡоралы тип ҡарағандар. Ысынлап та, ҙур йыйындарҙа, халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа ир-ат йышыраҡ ҡурай тартҡан, ҡумыҙға әһәмиәт бирелмәгән. Был турала үҙ хеҙмәттәрендә билдәле тикшеренеүселәр – музыковед Лев Николаевич Лебединский менән археолог, этнолог Сергей Иванович Руденко яҙып ҡалдырған. Шулай уҡ ҡумыҙҙың ҡатын-ҡыҙ уйнай торған музыка ҡоралы икәнлеге тураһында сәнғәт белеме кандидаты Римма Борисовна Галайская ла әйтеп үткән. Бөгөн иһә ҡумыҙҙа уйнаусылар ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар, балалар араһында ла байтаҡ. Был уйын ҡоралы барыһының да күңелен берҙәй яулап алды. Дилара Мөхитдин ҡыҙы ҡумыҙ теле менән яуға сапҡан аттарҙың тояҡ тауыштары, һыҙғырып осҡан уҡ тауыштары, сыңлап үткән яу тауыштарынан тыш, бал ҡорттары, салғы тауышы, ҡош тауыштары, ел, ямғыр кеүек тәбиғәт тауыштарынан импровизация уйнап күрһәтте. Шулай уҡ, үҙебеҙҙең ерлектәге «Суҡ муйыл», «Ете ҡыҙ», «Хәтирә», «Әпипә» кеүек халыҡ көйҙәре балаларға бик оҡшаны. Уҡыусылар үҙҙәре лә ҡумыҙ серенә төшөнөп, көйләп уйнарға өйрәнделәр. Римма Һөйөндөк ҡыҙы ҡумыҙ төрҙәре менән таныштырып үтте. Ҡумыҙ, үҙ сиратында, ике төрлө: ағас ҡумыҙ (ағастан юнып эшләнгән телле ҡорал) һәм күптәргә билдәле булған варган – тимер ҡумыҙ (вибрация биреүсе тимер йәки еҙ пластинкалы тимер дуға рәүешендәге музыка ҡоралы). Шулай уҡ Дилара Мөхетдин ҡыҙы төрлө илдәрҙең ҡумыҙҙарында уйнап күрһәтте. Осрашыу бик матур үтте.