Яңы күтәрмә буласаҡ!

“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы Башҡортостан Республикаһында 2014 йылда башланды һәм 2030 йылға тиклем республиканы үҫтереү стратегияһының төп бурыстары иҫәбенә инә.
Программаның төп маҡсаты – республика бюджеты субсидиялары иҫәбенә төҙөкләндереү һәм йәмәғәт инфраструктураһын үҫтереү буйынса мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеү.
Ошо мөһим программаға (ППМИ-2025) Чайковского урамы 32\1 йортта йәшәүселәр ҙур теләк менән ҡушылды. Фекер алышыу ваҡытында Сибай ҡалаһының Халыҡ ижады һәм ял үҙәге алдында урынлашҡан һәйкәлдәр алдын яҡтыртыу, үҙәктең күтәрмәһен заманса төҙөкләндереү, балаларын түңәрәктәрҙән көтөүсе әсәләр өсөн ял итеү урыны булдырыу, үҙәкте яңы техникалар менән йыһазландырыу тәҡдимдәре ҡаралды. Һөҙөмтәлә инициатив төркөм тәҡдим иткән Сибай ҡалаһының Халыҡ ижады һәм ял үҙәге алдындағы күтәрмәне төҙөкләндереүҙе Чайковского урамы 32/1 йортта йәшәүселәр хупланы һәм берҙәм тауыш бирҙе. Урындағы инициатив төркөмдөң планы буйынса, заманға ярашлы төҙөкләндерелгән күтәрмә беренсенән үҙәктә ойошторолған төрлө түңәрәктәргә йөрөүселәр өсөн хәүефһеҙ һәм ҡулайлы буласаҡ. Икенсенән, ял итеү урыны булараҡ үҙәк үҙенең тышҡы ҡиәфәте менән алыҫтан күренеп ҡунаҡтарҙы үҙенә саҡырып торорға тейешле.