Халыҡ йолаларының тәрбиәүи әһәмиәте өйрәнелде

24 апрелдә 3-сө «Сибай» республика полилингваль күп профилле гимназия-интернатында «Халҡым йәдкәре» республика конкурсының йомғаҡлау этабы һәм “Халыҡ йолаларының тәрбиәүи әһәмиәте” тип аталған семинар үтте. Сарала «Аҡ тирмә» милли-мәҙәни ойошмаһы рәйесе Рәйсә Күзбәкова, Баймаҡ, Йылайыр, Белорет, Сибай ҡала-райондарынан башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, балалар баҡсалары тәрбиәселәре ҡатнашты.
Сарала Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Сибай ҡалаһы халыҡ ижады һәм ял үҙәге хеҙмәткәре Дилара Мөхөтдин ҡыҙы Рафиҡова серле ҡумыҙ көйҙәре бүләк итте.