Бына шулай беҙҙекеләр!

Ҡалабыҙҙа ниндәй генә сара үтһә лә, Сибай халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге бер ваҡытта ла ситтә ҡалмай. Сибай балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә уҙғарылған “Йәмле яҫтыҡ” Асыҡ ҡала конкурсының күргәҙмәһе асылыу тантанаһында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Миләш” халыҡ вокаль ансамбле етәксеһе Мәмдүдә Ҡәйүм ҡыҙы Илбәкова ҡатнашып, үҙенең һандуғастай моңло тауышы менән тамашасыларҙы таң ҡалдырып ҡайтты.
Бына шулай беҙҙекеләр! Ҡайҙа ғына сығыш яһаһалар ҙа, маҡтауға лайыҡтар.