Бөтә Рәсәй ауырлы ҡатындарға иғтибар көнө

7 октябрь Бөтә Рәсәй ауырлы ҡатындарға иғтибар көнө билдәләнә. Шул уңайҙан «Йәнгүҙәй» халыҡ фольклор ансамбле Сибай перинаталь үҙәгендә «Бәпәй бәпләү» йолаһын күрһәтте. Сараны буласаҡ әсәйҙәр ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны, ансамблдә шөғөлләнгән апайҙарға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙе.
Бындай саралар халҡыбыҙҙың күптән инде онотола барған милли ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеүҙә, халыҡҡа сығарыуҙа, йәштәргә өйрәтеүҙә ҙур роль уйнап килһә, Бөтә Рәсәй ауырлы ҡатындарға иғтибар көнөн билдәләү ауырлы ҡатын-ҡыҙҙарға, балаларға иғтибарлы һәм ихтирамлы булыуға сәбәпсе булып тора.