24 октябрҙә Сибай концерт-театр берекмәһендә Ҡала мәҙәниәт йортонда ҡолас йәйеп эшләп килгән «Миләш» халыҡ вокал ансамбленең 25 йәшлек юбилей концерты үтте. Сәхнәлә ансамблдең хәҙерге составы ғына түгел, ә элекке состав ҡыҙҙары ла сығыш яһаны. “Миләш”тәр өсөн бөгөнгө байрам кисәһе үҙ ижад юлын күрһәтеү яғына мөһим булһа, уның замандаштары, дуҫтары, туғандары һәм, әлбиттә, ансамблде яратып тыңлаған тамашасылар өсөн сихри музыка донъяһына сумып, рәхәтләнеп ял итеп алыу өсөн мөмкинселек булдырҙы.
Ансамблдең сағыу һәм йөкмәткеле сығыштарын тамашасылар ҡайнар алҡыштарға күмде. Күптән яратып тыңлаған йырҙар менән бергә яңы, заманлаштырылған йырҙар һәр кемдең күңеледә урын алғандыр, тип ышанабыҙ. Юбилей кисәһенең сценарисы һәм режиссеры Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Франгиза Илбакова билдәләүенсә, сараға тик йыр-моңға ғашиҡтар ғына йыйылды. Сөнки, йыр — кешене йәшәтә, йәшәртә, күңелгә дәрт һала.
Концертта шулай уҡ данлыҡлы ҡурайсыбыҙ хылыҡ-ара, бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Башҡортостандың халыҡ артисы Ишморат Илбәков, Аҡъяр мәҙәниәт йортоноң “Ҡош юлы” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Минзифа Ишемғолова), Рәфис Атанов һәм Ғәлимйән Ултраҡов һәм “Миләш” вокал ансамбле етәксеһе Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмдүҙә Илбакованың дуҫтары, курсташтары сығыш яһаны. Шулай уҡ Ҡала мәҙәниәт йорто коллективтары ла юбилейға бүләккә иҫ киткес сығыштар әҙерләп,сәхнәгә сығарҙы.
Милли мәҙәниәтте үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне, милли традицияларҙы һаҡлау өҫтөндә эш алып барғаны өсөн “Миләш” вокал ансамбле етәксеһе Мәмдүҙә Илбакова Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы һәм башҡа бихисап маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Ансамблдә ҡатнашыусы һәр бер “Миләш”кәйгә ҡала мәҙәниәте идаралығынан Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Концерт һәр тамашасының күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Сараға килгән һәр кем ихлас йырлап, артистарыбыҙҙың сығышына һоҡланып, рәхәтләнеп ял итеп, көс-дәрт алып таралышты.

Сибай күрке -«Миләш»тәр

















