Концерт народного вокального ансамбля «Миляш»

12 февралдә Сибай ҡалаһы халыҡ ижады һәм ял үҙәгендә “Миләш” халыҡ вокал ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле ижад һөйөүселәрҙе йырлы матур кисәгә йыйҙы.
“Миләш” ансамбле үҙ эшен 2000 йылдың апрелендә башлаған. Тәүге тапҡыр “Минең ҡалам-минең яҙмышым” ҡала фестивәлендә уңышлы сығыш яһағандан алып, бөгөнгө көнгә тиклем ҡалала уҙғарылған саралар миләштәрһеҙ уҙғаны юҡ. 2003 йылдың 25 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы приказы менән . “Миләш” вокал ансамбленә “Халыҡ” ансамбле исеме бирелә. Ансамбленең эшмәкәрлегенә уның етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы Илбаҡованың иҫ киткес эшһөйәрлеге, тырышлығы һалынған. Бында башҡарылған һәр йырға Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы күңелен һалып көйҙәрҙе үҙе ижад итә.
Ансамблдә йыр-моңға ғашиҡ, береһенән- береһе һылыу 20 ҡатын-ҡыҙ биҙәй. Йырсылар араһында медицина хеҙмәткәрҙәре, тәрбиәселәр, уҡытыусылар, һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре бар, уларҙың барыһын да ижад берләштерә.
Уйын-көлкөгә ҡоролған концертта үҙәктең бейеү түңәрәктәрендә шөғөлләнгән балалар тамашасыларҙы дәртле бейеүҙәре менән хайран итте. Ә иң ҡыҙығы- “Янсыҡ” уйыны ойошторолоп, килгән ҡунаҡтар приздар отоп ҡыуанды.
Шуный әйтергә кәрәк, илебеҙ яҙмышына бәйле хәл-ваҡиғалар бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Һәр кем махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға ҡулынан килгәнсә ярҙам итә. Һалдаттарыбыҙ өсөн тәү сиратта тыуған яҡтарыбыҙҙан сәләмдәр алыу һәм илебеҙҙең терәк-таянысын тойоу бик мөһим. Шуның өсөн дә “Миләш ансамбле” концертта патриотик йырҙарға баҫым яһаны. Был йырҙарҙың һәр береһенә ансамбль етәксеһе Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы Илбәкова ижад иткән.
“Миләш”тәрҙең йырлы-моңло кисәһендә тамашасылар ял итеп, күңелдәренә көс-дәр йыйып таралышты.