Яҙ етеп, ер ҡарҙан асылыу менән иң тәүгеләрҙән булып, талпандар уяна. Талпан — ҡурҡыныс сирҙәр таратыусы бөжәк. Улар энцефалит, боррелиоз, туляремия, сабыртма тиф, геморрагик биҙгәк һәм башҡа сирҙәрҙе йоҡторорға мөмкин. Бер талпан тешләгән осраҡта ҡанға бер нисә ауырыуҙы ҡуҙғытыусы инфекция эләгеүе бар, йәғни кеше бер ыңғай төрлө сир эләктереүе лә ихтимал. Был турала Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, “Миләш” халыҡ вокал ансамбле етәксеһе М.К. Илбаҡова етди һөйләшеү ойошторҙо. Сарала ансамблдә шөғөлләнеүселәр ҡатнашты. Мәмдүдә Ҡәйүм ҡыҙы талпандан һаҡланыу сараларын күреү, ниндәй сирҙәр йоҡтороу ихтималлығы булыуын, талпандарҙың уяу саҡтары тураһында ентелке һөйләне.
Был сара Сибай халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә шөғөлләнеүселәргә яңы мәғлүмәт алыу уңайынан бик мөһим булды. Ни тиһәң дә, ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү, ғүмеребеҙҙе һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итә. Уяу булайыҡ!
Һаҡ булығыҙ!
