Башҡорт диктанты

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу йыл һайын уҙғарыла. Республиканың төрлө район-ҡалаларында йәшәгән башҡорттарҙы ғына түгел, ә сит илдә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе лә бергә туплау, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү маҡсатында ойошторолған сара хәҙер инде матур йолаға әйләнде.
«Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2025» акцияһына Сибай халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге коллективы дәррәү ҡушылды. Диктант яҙыу Сибай ҡалаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһында уҙғарылды.