«Башҡорт халыҡ милли инструменттары»

Бөгөн Башҡорт теле көнөндә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт
хеҙмәткәре, «Яугел» халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе Рафикова Дилара Мөхитдин ҡыҙы ДББУ 3-сө һанлы «Сибай «республика полилингваль күп профилле гимназия -интернатының 5А Шайморатов класында һәм 7а класында юғары категориялы уҡытыусыһы Ҡарасова Зөлфиә Нуретдин ҡыҙы үткәргән «Башҡорт халыҡ милли инструменттары» темаһына дәрестә ҡатнашты. Балаларға ҡумыҙ тураһында һөйләп, ҡумыҙ төрҙәрен күрһәтеп, төрлө башҡорт милли көйҙәрен уйнап күрһәтте. Барыһына ла дәрес бик оҡшаны. Дәрес башҡорт теленә һөйөү, патриотик рух менән үрелеп барҙы.