Бейәләйҙәр тектек

Сибай халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә шөғөлләнгән балаларға төрлө йүнәлештә үҙҙәрен һынап ҡарарға мөмкинселектәр бар. Мәҫәлән, “Бусинка” түңәрәгендә шөғөлләнеүсе балалар сираттағы дәрестә аш бүлмәһендә эҫе әйберҙәрҙе тотоу өсөн бейәләйҙәр текте. Түңәрәк етәкселәре тегелгән әйберҙәрҙе тормош-көнкүрештә ҡулланырлыҡ булыуҙы һәм балаларҙың төп сифаттарын үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя. Бында күп эштәр ҡулдан башҡарыла, шуға күрә, бейәләйҙәр тегеү өсөн махсус туҡымалар ҡулланылды. Ҡулдан тегелгән материалдар балаларҙа моториканы үҫтереү, ныҡышмаллыҡ сифаттарын үҫтерә. Түңәрәк етәкселәре Әлфиә Дауытова һәм Минзилә Ғәйнуллина балаларға ижади таланттарын үҫтереү маҡсатында, тегеү материалдарның төҫтәрен һәм биҙәү әйберҙәрен үҙҙәренә һайлап алырға мөмкинселек бирә.
Был юлы тегелгән бейәләйҙәр үҙенсәлекле һәм бөхтә килеп сыҡты. Иң мөһиме, балалар ҡәнәғәт ҡалдылар.