Беҙҙекеләр республика матбуғат баҫмаһы биттәрендә!

Сибай халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге тегенсеһе, “Оҫта ҡулдар” түңәрәге етәксеһе Гүзәл Ноғманова, “Бусинка” клубы хужабикәләре Әлфиә Дауытова, Минзилә Ғәйнуллина эшләгән “Этнотирмә” уйынсығы “Башҡортостан ҡыҙы” журналында баҫылып сыҡты. Алтын ҡуллы оҫтабикәләребеҙ эшләгән уйынсыҡ бөтә Башҡортостанға билдәле булды. Әйткәндәй, был уйынсыҡ журналдың “Башҡортса уйнайыҡ” конкурсында ҡатнаша. Конкурста еңеп сығыуыбыҙға ышанабыҙ. Оҫтабикәләребеҙгә уңыштар теләйбеҙ!