Бөгөн — Халыҡ-ара ғаилә көнө

Ғаиләһендә бәхетле булған кешенең күңеле бөтөн, йәшәү көсө ныҡлы була. Һөйөү гөлөндәй үрелеп именлектә аңлашып йәшәү үҙе бер бәхет. Ғаиләләребеҙҙең ҡәҙерен белеп, тормош юлдаштарыбыҙға, балаларыбыҙға, атай-әсәйҙәребеҙгә ихтирамлы булып, һәр көндөң ҡәҙерен белеп йәшәйек, дуҫтар! Киләсәк көндәребеҙ имен, тыныс булһын.