Сибай ҡалаһында «Алтын ҡуллы Сибай һылыуҡайы» гүзәллек бәйгеһе үтте. Был бәйге бик уникаль һанала, сөнки ул тик беҙҙең ҡалала ғына 2005 йылдан башлап уҙғарыла. Проекттың авторы булып Башҡортстан Республикаһының мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең «Рәсәй йәне» дәүләт премияһы лауреаты, фольклорсы, сәсәниә Ғайнуллина Асия Солтан ҡыҙы тора. Конкурста бөтәһе 18 ҡыҙ ҡатнашырға теләк белдерҙе. Һайлап алыу турынан финалға иң һылыу, иң оҫта, иң һәләтле 9 ҡыҙ үтте. Конкурсанттар бер ай дауамында Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә һөнәр үҙләштерҙеләр. Ҡумыҙ серҙәренә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Рафиҡова төшөндөрҙө. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмдүҙә Илбакова вокал буйынса дәрестәр бирҙе. Халыҡ бейеүен Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Хәтмуллина Лариса өйрәтһә, конкурсанттарға заманса коллектив бейеүҙе Маннапова Аэлита һалды. Актрелыҡ оҫталығын Мөхәмәтйәнова Юлиә уҡытты. Дефиле буйынса ҡыҙҙар менән Солтанова Айзилә шөғөлләнде. Ҡул эштәрен конкурстанттар «Ете ҡыҙ» студияһы етәксеһе Минзилә Ғәйнуллина менән берлектә башҡарҙылар. Ғөмүмән, «Алтын ҡуллы Сибай һылыуҡайы» бәйгеһенең кураторы, ҡыҙҙар менән эшләүҙе оҫта ойоштороусы Минзилә Ғәйнуллина ҙур эш атҡарып сыҡты. Шулай итеп етди әҙерлек үткәс 4 апрель көнө һылыуҡайҙар Балалар ижады үҙәгенең сәхнәһендә баһалама ағзаларына үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте. Конкурс шарттары буйынса ҡыҙҙар ҡул эштәре, аш-һыу оҫталығын, сәхнәлә мосолман, киске күлдәктә, милли кейемдә дефиле, ҡумыҙҙа сиртеү оҫталығын, вокал белемдәрен, заманса һәм халыҡ бейеүҙәрен оҫта башҡара белеүен һәм жюриларҙың яуаптарына тапҡыр яуап бирә алыу һәләтен күрһәтергә тейеш ине. Ҡыҙҙар бөтә һынауҙарҙы ла яҡшы үтәп үҙҙәрен бар яҡтан күрһәтә алды. Шулай итеп жюри ҡарары менән еңеүселәр билдәләнде.
Гран-при- Солтангәрәева Миләүшә
1-се урын — Рәхмәтуллина Диана
2-се урын -Йәһүҙина Таңсулпан
3-сө урын -Идрисова Айгүзәл
«Иң оҫта ҡыҙ» номинацияһы — Дансыҡбаева Эльнара
«Сая ҡыҙ» номинацияһы -Таймасова Илзидә
«Йор һүҙле» номинацияһы — Йәғәфәрова Азалия
«Өмөтлө ҡыҙ» номинацияһы — Фәхрисламова Әлфинә
«Иң наҙлы ҡыҙ» номинацияһы — Мөкминова Диана
Һылыуҡай тажын Миләүшә Солтангәрәеваға 2023-се йылда “Алтын ҡуллы Сибай һылыуҡайы” конкурсында еңеүсе Азалия Байғабулова кейҙерҙе. Әйткәндәй, баһалама ағзалары әйтеүенсә, еңеүселәрҙе билдәләү бик ауыр булды. Был сара ысын мәғәнәһендә рухлы, сая, дәртле һәм һәләтле башҡорт ҡыҙҙары бәйгеһе булды. Ҡыҙҙарға артабан да юғарыраҡ үрҙәр, уңыштар һәм ижади ҡомар теләйбеҙ. Конкурсты ойоштороуҙа һәм үткәреүҙә ярҙам күрһәтеүсе барлыҡ бағымсыларға ихлас рәхмәт әйтәбеҙ. Уларға эштәрендә уңыштар, һаулыҡ һәм бәрәкәт теләйбеҙ.