«Ете ҡыҙ» студияһы әүҙем эшләй

Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә уңышлы эшләп килгән «Ете ҡыҙ» этнография, биҙәү- ҡулланма сәнғәте һәм матурлыҡ студияһында шөғөләнгән ҡыҙҙарҙы ҡалабыҙҙың барлыҡ рәсми сараларында күрәбеҙ. Сая һәм һылыу ҡыҙҙарыбыҙға һоҡланмаған кеше юҡтыр ул. Ә бына ошо сараларҙа ҡатнашыр алдынан һылыуҡайҙарыбыҙҙың туҡтауһыҙ әҙерлек эштәре алып барыуын уйлағандар бармы икән?
«Ете ҡыҙ» студияһында тик тырыштар ғына шөғөлләнә ала. Бында етеҙлек, саялыҡ сифаттарынан тыш халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен өйрәнеү, башҡорт милләтенә генә хас сифаттарҙы үҫтереү өҫтөндә туҡтауһыҙ эш алып барыла. Бынан тыш, студия етәксеһе Минзилә Ишбулат ҡыҙы Ғәйнуллина ҡыҙҙарҙы сәхнә тәртибенә, үҙеңде дөрөҫ тотоу һәм башҡа талаптарҙы ныҡлы өйрәтә.
Ҡыҙҙарыбыҙҙың һылыуған ғына түгел, тырышлыҡтарына ла һоҡланып ҡарайыҡ!