Иң шәбе беҙҙекеләр!

Ватанды һаҡлаусылар һәм МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү йылы айҡанлы Сибай сәнғәт колледжында “Виктория” Хәрби-патриотик йырҙарҙы башҡарыусылар ҡала конкурсы ойошторолдо. Сибай ҡалаһының Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең “Миләш” халыҡ вокал ансамбле (етәксеһе БР-ың мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмдүҙә Ҡәйүм ҡыҙы Илбәкова) — III дәрәжәле Диплом менән бүләкләнде. I дәрәжәле дипломға “Йәнгүҙәй” халыҡ фольклор ансамбле ( етәксеһе Гөлсиә Шәмситдинова) лайыҡ булды. Ә инде Халыҡ ветерандары хоры (етксеһе Н.А. Давыдова) ГРАН-ПРИ яуланы.
Ысын күңелдән ҙур еңеүҙәрегеҙ менән ҡотлайбыҙ! Артабан да уңыштар теләйбеҙ. Афариндар!