Иң әүҙем ғаиләләр билдәләнде

4 мартта Ғаилә көнө айҡанлы Сибай мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2025» конкурсының ҡала этабында ҡатнашыусылары тәбрикләнде. Был конкурсты йыл һайын БР Мәҙәниәт министрлығы, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» Халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзы, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто ойоштора.
Ғаилә көнөнә арналған был сарала Сибай мәҙәниәте һәм ял үҙәге директоры Ләйлә Рамазан ҡыҙы Аллабердина тантаналы рәүештә конкурста әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Айытҡоловтар, Дауытбаевтар, Мырҙабаевтар, Ситдиковтар, Солтанғоловтар, Ишмөхәмәтовтар, Йәнтилиндар ғаиләләрен Рәхмәт хаттары һәм “Күстәнәс” кафеһына сертификаттар менән бүләкләне.
«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2025» конкурсында еңеүсе ғаиләләрҙе билдәләргә Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, Сибай ҡалаһының тарих-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина саҡырылды. Шулай итеп, конкурстың ҡала этабында 3-сө урынға Вәлиуллиндар һәм Замановтар ғаиләләре сыҡты. 2-се урынды Хәйбуллиндар, Тотмановтар, Яхиндар, Шәриповтар яуланы. Ә инде иң-иңдәре, 1-се урынға сығыусылар: Сәғәҙәтовтар, Моталаповтар, Ғәйетбаетар ғаиләләре. Альбина Зөфәр ҡыҙы уларҙың барыһына ла уңыштар, ғаилә именлеге теләне һәм Почет грамоталары тапшырҙы. Еңеүсе ғаиләләргә лә “Күстәнәс” кафеһына сертификаттар бүләк ителде.
Ҡалабыҙҙың иң әүҙем ғаиләләре мәҙәниәт һәм ял үҙәгенең ижади коллективтары әҙерләгән байрам концертын ҡарап, ял итеп ҡайтты.