«ЙырАлыш»

15 май көнө Сибай ҡалаһында «ЙырАлыш» музыкаль уйыны үтте.
Командалар араһында Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге, йәштәр һәм мәғариф өлкәһенән торған командалар ҡатнашты. Уйындың шарттары буйынса башҡорт халыҡ йырҙарын һәм көйҙәрен, ретро, хәҙерге заман, башҡорт рок һәм рэп музыкаһы көйҙәрен танып, атамаһын һәм башҡарыусыһын әйтергә ине. Төрлө кимәлдәге яуаптар менән баллдар йыйылды. Уйын бик ҡыҙыу, ялҡынлы һәм күңелле барҙы.