12 ноябрҙә “Йәнгүҙәй” халыҡ фольклор ансамбленең 45 йәшлек юбилейы айҡанлы Сибай концерт-театр берекмәһендә “Йәнгүҙәйҙе күрмәй йән түҙмәй”, тип аталған концерт ойошторолдо.
Ата бабаларыбыҙҙан ҡалған аҫыл мираҫыбыҙҙы юғалтмай үҫеп килгән йәш быуынға еткереү, халҡыбыҙ ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү- “Йәнгүҙәй” халыҡ фольклор ансамбленең төп маҡсаты.
“Йәнгүҙәй” фольклор ансамблендә үҙ һөнәрҙәре буйынса намыҫлы эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан апайҙар, инәйҙәр, әсәйҙәр, өләсәйҙәр шөғөлләнә. Уларҙың араһында мәғариф ветерандары, фельдшерҙар, мәктәп һәм хакимиәт хеҙмәткәрҙәре лә бар
Ансамблдә ҡатнашыусыларҙы Сибай ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең социаль һорауҙар буйынса хакимиәт урынбаҫары Г.А. Ишемғолова, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Гөлиә Рәхимйән ҡыҙы Нәҙерғолова, мәҙәниәт идаралығының мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре профсоюзы рәйесе, БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Сажида Факил ҡыҙы Ғәниева, ҡала ветерандар советы рәйесе Рәшит Хәйҙәр улы Идрисов, Сибай ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Альбина Зөфәр ҡыҙы Ярмуллина ҡотланы. Артабан ансамблдең алыҫтан килгән дуҫтары: Әбйәлил районынан “Әхирәттәр” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе Резеда Юлдашева), Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылынан “Фәтихә” йыр ансамбле (етәксеһе Наилә Юнысова) күркәм сығыш яһаны.
“Йәнгүҙәй” , “Йәйғор” фольклор ансамблдәре ҡуйған халыҡ йолалары, Сибай гимназия-интернатының “Салтанат” бейеү ансамбле, “Толпар” өлгөлө бейеү ансамбле башҡарған бейеүҙәре, йырҙары тамашасыларҙы әсир итте.
Байрам кисәһендә ансамбль менән төрлө йылдарҙа етәкселек иткән етәкселәрҙе, ҡатнашыусылар телгә аланды. Уларҙың туғандары матур хәтирәләре менән бүлеште.
Халҡыбыҙҙың оло рухи мираҫының бер бәләкәй генә өлөшөн бергә туплаған ошо ижади кисәһе тарихи хәтергә иғтибарлы булған һәр кемдең аманаты тип ҡабул ителһә икән.

“Йәнгүҙәйҙе күрмәй йән түҙмәй»








