Сибай ҡалаһы халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә Розалия Рәшит ҡыҙы Колесникованың ҡул эштәре ҡуйылған “Яҙ буяуҙары” исемле күргәҙмәһе тамамланыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Күргәҙмәгә тамаша ҡылыусылар билдәләүенсә, һәр эштән иҫ киткес энергия һәм күңел тыныслығы алырға мөмкин. Ысынлап та, был сара ҡул эштәренә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү, күргәҙмәгә килеүселәрҙең эстетик зауығын һәм ижади һәләттәрен формалаштырыу яғынан да бик әһәмиәтле.
Шуның өсөн, Розалия Рәшит ҡыҙының ҡул эштәре күргәҙмәһен күреп ҡалырға өлгөрөгөҙ! Күргәҙмә 25 апрелгә тиклем эшләй.
Күргәҙмәне күреп ҡалырға ашығығыҙ
