Ҡала мәҙәниәт йорто «Миләш» халыҡ-вокаль ансамбле Хәйбулла районында үткәрелгән «Хәйбулла ҡорото» Төбәк-ара этнофестиваль конкурсына барып, ерлектәге фольклорҙы күрһәтеп, үҙҙәренең һандуғастай моңло тауыштары менән тамашасыларҙы таң ҡалдырып, 3 урын яулап ҡайттылар. «Миләш» халыҡ-вокаль ансамбленең етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмдүдә Ҡәйүм ҡыҙы Илбәкова Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Алып барған шифалы ҡороттар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға ебәреләсәк.
Бына шулай беҙҙекеләр! Ҡайҙа ғына сығыш яһаһалар ҙа, маҡтауға лайыҡтар.
«Миләш» халыҡ-вокаль ансамбле «Хәйбулла ҡорото» Төбәк-ара этнофестиваль конкурсында
