Ҡала күләмендә үткән һәр сараға уның оҫта ҡулдары ҡағылмай үтмәй! Матур һәм зауыҡлы биҙәлгән сәхнә тамашасыларҙың күңеленә һәр саҡ хуш килә. Бөгөн беҙ, хөрмәтле коллегабыҙ, халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгенең рәссам — биҙәүсеһе Рәил Мәһәҙи улы Латыповты Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министерствоһынан рәхмәт хаты алыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ. Һәр биҙәккә күңелен һалып үҙ эшен яратып башҡарған, ғүмерен мәҙәниәт һәм сәнғәткә арнаған Рәил Мәһәҙи улы быға күптән лайыҡ. Хөрмәтле коллегабыҙға иҫәнлек, ғаилә именлеге һәм ижади уңыштар теләйбеҙ.