Талантлы шағирә менән осрашыу кисәһе.

1 ноябрҙә, беҙҙең китапханала күптәр яратҡан талантлы шағирә, Фирүзә Дәүләтшә ҡыҙы Абдуллина менән осрашыу үтте. Шиғырҙарының тормошсанлығы, асыҡлығы, эскерһеҙлеге менән серле уның ижады. Һәр кемгә аңлайышлы, халыҡсанлығы менән залда ултырғандарҙы рухландырып, илаһи көс бирҙе.
Ф. Абдуллинаның һүҙҙәренә яҙылған йырҙар, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Р.Туйсин, Гөлфиә Хәләфетдинова, Татлыбай ауылынан “Әхирәттәр” вокаль ансамбле,
“Йәнгүҙәй” фольклор халыҡ ансамбле башҡарыуында барыһынына ла хуш килде. Йыр – моңло, шиғриәтле осрашыуҙан һәр кем күтәренке күңел, яҡшы кәйеф менән ҡайтты.