Халыҡ мәҙәниәте ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре коллектив менән матбуғатҡа яҙылды.

Беҙҙең коллектив матбуғатҡа яҙылыу кампанияһында йыл да әүҙем ҡатнаша. Был матбуғат менән тығыҙ бәйләнештә булыуыбыҙ тураһында һөйләй. Был юлы «Атайсал» һәм «Сибайский рабочий» гәзиттәренә яҙылдыҡ. Коллективтың төрлө йүнәлештәге эшмәкәрлеге башҡалар өсөн өлгө булып тора һәм йыш ҡына уларҙың еңеүҙәре гәзит биттәрендә баҫыла.
Дөрләп эшләп килгән республика, төбәк һәм ҡалабыҙ баҫмаларына беҙҙең менән хеҙмәттәшлек һәм ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Баҫмаларға ошо ссылка
http://rbsmi.ru/catalog/po аша үтеп, онлайн форматта яҙылырға мөмкин.