«Халҡым гәүһәрҙәре» исемле фольклор байрамы

21 февраль- Халыҡ-ара туған тел көнө билдәләнә. «Халыҡтың теле- уның тормошоноң иң матур,мәңге шиңмәй,мәңге һулымай торған сәскәһе ул. 1- cе Халыҡ-ара «Беҙҙең сығанаҡтар. «Фольклор уҡыйбыҙ» акцияһы сиктәрендә Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге  башҡорт лицейында «Халҡым гәүһәрҙәре» исемле фольклор байрамы үтте. Был сарала лицейҙың 4 А ( Ибраһимова Г.) һәм 4 В ( Ғәйзуллина А.) класы уҡыусылары башҡорт халыҡ ижадында быуаттар буйына һаҡланып, быуындан -быуынға күсеп килеүсе әкиәттәр, көләмәстәр , уйындар менән таныштылар. Аҫыл ҡомартҡы булып торған мәшһүр «Урал батыр» эпосынан өҙөктәр уҡынылар. Боронғо башҡорт милли музыка ҡоралдарының береһе ҡумыҙ менән саҡырылған ҡунаҡ Башҡортостандың Атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, «Яугел»халыҡ фольклоры ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе Рафиҡова Дилара Мөхитдин ҡыҙы таныштырҙы. Йыр- бейеү менән аралашып барған байрам уҡыусыларҙа телебеҙгә һәм халҡыбыҙ ижадына ихтирам, һөйөү, ғорурлыҡ тойғолары уятты.