Яугелдәрҙе еңеүе менән ҡотлайбыҙ!

15 февраль «Яугел»халыҡ  ҡумыҙсылар фольклор ансамбле  Күгәрсен районы Мораҡ үҙәгендә уҙғарылған  «Тере шишмәләр»республика төбәк — ара бәйгеһендә  ҡатнашты.  Ансамбль  «Ҡымыҙлыҡта» тип аталған сәхнә әҫәрен күрһәтеп һәм III урынға лайыҡ булды. Яугелдәрҙе еңеүе менән ысын йөрөктән ҡотлайбыҙ! Бәйгелә  барыһы 30 коллектив ҡатнашты.  Һәр коллектив  үҙ төйәгенең йолаларын онотмай киләсәк быуынға тапшыра барһа йолаларыбыҙ,ғөрөф ғәҙәттәребеҙ,милли кейемдәребеҙ юғалмаһа  милли телебеҙ ҙә юғалмаясаҡ, ул йәшәйәсәк тигән ышаныста ҡалабыҙ! Ансамбль етәксеһе БР атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Мөхөтдин ҡыҙы Рафиҡоваға етәкселек эшендә уңыштар, күңел көрлөгө һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!