Яңы йыл менән, дуҫтар!

Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙзе яңы 2020 йыл менән тәбрик итәбеҙ. Яңы йылда ла беҙҙең менән ҡалығыҙ! Киләһе йыл мәҙәни ваҡиғаларға бай буласаҡ. Халҡыбыҙҙың рухи мираҫын, хазинаһын киләсәк быуынға еткереү өсөн һеҙҙең менән бергә башҡарасаҡ эштәребеҙ уң булһын! 2020 йыл барығыҙға ла бәрәкәтле, мул тормош, иман ныҡлығы, бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек алып килһен. Уҡыуығыҙҙа, йәмәғәт эшегеҙҙә, шәхси тормошоғоҙҙа ҙурҙан-ҙур уңыштарға ирешеп, тырышлығығыҙҙың нәтижәһен күреп һөйөнөргә яҙһын. Барлыҡ изге хыялдарыгыҙ тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Яңы бәхет, яңы ҡыуаныстар менән һеҙҙе! Байрам мөбәрәк булһын!