Сибай халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге коллективы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға әүҙем ярҙам итә. Төп кәрәк-яраҡ әйберҙәрҙәр, аҡсалта ярҙам йыйыуҙан тыш, уңайы сыҡҡан һайын маскировкалау селтәрҙәрен бәйләүҙә лә ҡатнаша. Был юлы Сибай тарих-крайҙы өйрәнеү музейында ойошторолған маскировка селтәрен үреүҙә Дилара Мөхитдин ҡыҙы Рафикова етәкселегендә “Яугел” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле ҡатнашты. Алты сәғәт буйына бер селтәрҙе үреп бөтөп, һалдаттарыбыҙға доғалар ҡылып, бер аҙ ҡумыҙҙа уйнап, ярҙам итергә йыйылыусыларҙың күңелдәрен күтәреп ҡайттылар.
Хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә ярҙам итеү, һәр кемдең намыҫ эше. Шуға күрә, “Яугел” ҡумыҙсылар ансамбленә коллектив исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Бындай ярҙам егеттәргә көс өҫтәр, ауырлыҡтарҙы лайыҡлы еңеп сығырға булышлыҡ итер, тип ышанабыҙ.
Ҡайҙа ла беҙҙекеләр!
