Ҡумыҙ буйынса мастер класс

20 февраль Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Башҡорт лицейында Халыҡ ижады һәм мәҙәниәте үҙәгенең «Яугел» халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рафиҡова Дилара Мөхитдин ҡыҙы һәм филология фәндәре кандидаты Аҡманова Римма Һөйөндөк ҡыҙы (ҡумыҙсылар ансамбле солисы) 5В класы уҡыусылары (класс етәксеһе Ишмөхәмәтова Илүзә Радик ҡыҙы) менән осрашты. Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған был хәрби-патриотик сарала Римма Һөйөндөк ҡыҙы тыуған ил именлеге һағында тороусылар,уның азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеүселәр тураһында һөйләһә, Дилара Мөхитдин ҡыҙы һалдаттар тураһында йырҙарҙы йырлап, ҡумыҙҙа уйнап күрһәтте. Ҡумыҙ теле менән яуға сапҡан аттарҙың тояҡ тауыштары, һыҙғырып осҡан уҡ тауыштары, сыңлап үткән яу тауыштарынан импровизация уйнап күрһәтте. Балалар һоҡланып ҡалды. Артабан Дилара Мөхөтдин ҡыҙы үҙебеҙҙең ерлектәге хәрби йырҙарҙы «Ел,ерәнем», «Маршрут», «Күк Ирәндек буйында» йырҙарын уйнап, балалар менән бергәләп «Шайморатов генерал» йырын йырланылар. Уҡыусылар үҙҙәре ҡумыҙ серенә төшөнөп, «Маршрут» йырын көйләп уйнарға өйрәнделәр. Бер дәрес кенә был сара өсөн бик аҙ булып сыҡты, тәнәфестә лә таралышмай торҙолар. Уҡытыусылары Илүзә Радик ҡыҙы әйтеүенсә, уҡыусылар концерт ҡараған кеүек булдылар. Кластағы малайҙарҙы бөгөн ишеткән йырҙарҙағы батыр егеттәр кеүек ҡыйыу, зирәк, ҡуш йөрәкле булыуҙарын, яҡшы һәм аҡыллы уҡыусылар булып үҫеп китеүҙәрен теләне сарала ҡатнашыусылар. Был хәрби-патриотик сара тыуған илгә һөйөү, башҡорт халыҡ инструменты ҡумыҙға ҡыҙыҡһыныу, башҡорт теле менән ғорурланыу һәм уҡыусылар күңеленә рух сатҡылары һалынды тип ышанып ҡалабыҙ!