Сибай халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын ҡаршыларға әҙерлек эштәре әүҙем бара. Балаларҙа патриотик тойғо уятыу, Ватанды һөйөү һәм хөрмәт итеүҙе тәрбиәләү маҡсатында “Бусинка” түңәрәге етәкселәре Ә.Ә.Дауытова һәм М.И.Ғәйнуллина балаларға ҡыҙыл ҡәнәферҙәр эшләү дәресе уҙғарҙы.
Клуб етәкселәре дәрестә ҡыҙыл ҡәнәферҙәрҙең тарихын һөйләне һәм был сәскәләрҙең тарихи шәхестәргә тәрән ихтирам билдәһе булыуын аңлатты.
Артабан балалар етәкселәре менән бергәләп үҙәкте Бөйөк Еңеү көнөнә әҙерләне.
Әҙерлек эштәре бара
