Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова милли байрамдар, йолаларҙы һаҡлап ҡалыу, уны киләсәк быуынға еткереү өҫтөндә даими эшләй. Мәктәп уҡыусылары араһында үткәрелгән сараларға беҙҙең мәҙәниәт һәм ял үҙәге коллективтарын да йыш саҡырып тора ул. 13 декабрь Сибай гимназия-интернатында «Өләсәйем һандығы» исемле матур сара үткәрелде. Был сараға «Яугүл» халыҡ ҡумыҙсылар фольклор ансамбле йәм өҫтәне. Дилара Мөхитдин ҡыҙы өләсәй ролен бик сағыу итеп башҡарҙы. Балалар менән бергә төрлө йолалар, матур уйындар үткәрелде.