Өфө ҡалаһында «Байыҡ — 2021» республика телевизион бәйгеһенең финалы үтте

Өфө ҡалаһында «Байыҡ — 2021″ республика телевизион бәйгеһенең финалы үтте, еңеүселәр билдәләнде. Һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәлил Ишбирҙин быйылғы йылдың иң яҡшы бейеү ҡуйыусыһы тип билдәләнде һәм юғары премияға лайыҡ булды. Ул етәкләгән » Арҡайым » хорегорафик миниатюралар ансамбле почётлы икенсе урынға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ! Афарин! Яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!