Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Рафиҡова Сибай гимназия -интернат уҡыусылары менән осрашты. Раушания Вәкил ҡыҙы Рамаҙанова етәкселегендә уҡыусылар «Башҡорт халҡында сәс менән бәйле тыйыуҙар» исемле фәнни-ғәмәли конференцияға әҙерләнәләр. Ошо әҙерлек сиктәрендә Дилара Мөхитдин ҡыҙы уҡыусыларға боронғо ғөрөф -ғәҙәттәр, башҡорт милли музыка ҡоралы ҡумыҙҙың ҡатын-ҡыҙҙар өсөн һаҡлау сараһы булыуы, уларҙың сәстәренә лә бәйле булыуы тураһында һөйләне.