8 июль Сибай ҡалаһы VI Бөтә донъя фольклор фестивале ҡатнашыусыларын ҡабул итте. Албания, Коста-Рика, Венгрия, Ҡырғыҙстан, Швейцария, Черногория һәм АҠШ илдәренән төрлө коллективтар сығыш яһаны. Күркәм сараны үҙебеҙҙең Сибай коллективтары асып ебәрҙе: Сибай концерт-театр берекмәһе солистары, «Сибай» бейеү ансамбле, «Ынйыҡай » халыҡ бейеүҙәре халыҡ ансамбле, «Яугел» халыҡ фольклор ҡумыҙсылар ансамбле, «Миләш» халыҡ вокал ансамбле, өлгөлө»Гөлдәр» бейеү ансамбле. Сарала ҡатнашҡан һәр ансамблгә дипломдар тапшырылды.
Тамашасылар дәррәү алҡыштар менән парадта ҡатнашыусыларҙы сәләмләне. Шулай уҡ, сит ил артистары өсөн ҡул эштәре күргәҙмәһе, музей экспозицияһы, төрлө мастер-класс майҙансыҡтары әҙерләнгәйне.
Сибай халҡына Албания, Коста-Рика, Венгрия, Ҡырғыҙстан, Швейцария, Черногория һәм АҠШ илдәре мәҙәниәте менән танышыу һәм бигерәк тә уларҙың отоп алған башҡортса һәм урыҫса йырҙарын йырлауы, көйҙәрен уйнап ишеттереүҙәре хайран ҡалдырҙы. Фестивалде ойоштороусыларға, килгән сит ил вәкилдәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
#КультураОбъединяет
#WorldFolkloriadaRussia
#CIOFF
#CIOFF_Russia
#Всемирнаяфольклориада
#Фольклориада2021