Аҡмулла эҙҙәренән

14 декабрь Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәгендә Башҡорт теле көнө һәм М.Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулыу айҡанлы әҙәби-музыкаль кисә үткәрелде. Сараға ҡала мәктәптәренән уҡыусылар һәм уҡыу йорттарынан студенттар килде. М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижадына байҡау яһалды. Шәхестең Баймаҡ яҡтарына килеп йөрөүе, уның туғанлыҡ ептәре тураһында филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан фәндәр академияһының «Шәрҡиәт проблемалары» фәнни журналы мөхәррире Римма Һөйөндөк ҡыҙы Аҡманова-Урманова һөйләп үтте. Тамашасылар Аҡмулланың нәсихәттәрен Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Мәмдүҙә Илбаҡова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Рафиҡова етәкселегендә “Яугүл” халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле башҡарыуында башҡорт халыҡ көйҙәрен тыңланылар. Аҡмулланың шиғырҙарына яҙылған йырҙарҙы зал менән бергә башҡарҙылар. Был әҙәби-музыкаль сара тамашасыларҙың күңелдәрен рух һәм дәрт менән һуғарырға, тормош тураһында уйланырға мәжбүр итте.