27 февраль дә Өфөлә «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе – 2022» асыҡ республика конкурсының еңеүселәре билдәләнде. Хәсәновтар ғаиләһе Сибай ҡалаһы исеменән бәйгелә ярышып «Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында 3 яуланы.
Тормошта бер-береһенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, һәр кемгә өлгө булып, балаларының һәм ейән-ейәнсәрҙәренең иғтибар-ихтирамында йәшәгән Рәүил Сәфәрғәле улы һәм Мәрйәм Ишбулды ҡыҙы Хәсәновтарға һоҡланмау мөмкин түгел. Улар 42 йыл иңгә – иң терәп, өлгөлө ғаилә булып, татыу ғүмер кисерәләр. Улар хаҡлы ялда булыуҙарына ҡарамаҫтан йәштәрсә гөрләтеп донъя көтәләр, баҡса үҫтерә, ҡала кимәлендә үткән барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнашалар. Балалары үҙ донъяларын ҡороп матур тормош көтәләр. Хәсәновтар ғаиләһе башҡорт халҡының ғөрөф – ғәҙәтенә, мәҙәниәтенә, милли аш- һыуына өҫтөнлөк биреп йәшәй улар.
Был ғүмерҙең һәр миҙгеле, сәғәте һәм һәр минутының ҡәҙерле булыуын яҡшы аңлаған Мәрйәм менән Рәүил Хәсәновтар һәр көндөң матурлығына ҡыуанып, тормоштан йәм табып, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәй. Яҡташтарыбыҙҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ғаилә бәхете, ижади уңыш, именлек теләйбеҙ.