«Ҡурайсыһын данлай Туғажман»конкурсы

18 июнь Баймаҡ районы Моҫтай ауылында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухиәте йылы сиктәрендә һәм Ғата Сөләймәновтың тыуыуына 110 йыл тулыу айҡанлы «Ҡурайсыһын данлай Туғажман» исемле асыҡ төбәк-ара конкурсы үтте.

Был сарала «Яугель» халыҡ ҡумыҙсылар ансамбле (етәксеһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Рафикова) «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында еңеүсе тип билдәләнде! Афарин! Ҡотлайбыҙ!

Артабан да яңы уңыштар һәм ижади үрҙәр яуларға яҙһын, Яугелдәр!