2 сентябрь көнө Сибай тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейында билдәле сәсәниә, Рәсәй Федерацияһы хөкүмәтенең «Рәсәй рухы» лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Асия Солтан ҡыҙы Ғәйнуллинаның “Башҡорт кейеҙе” исемле шәхсән күргәҙмәһен асыу тантанаһында Халыҡ мәҙәниәте һәм ял үҙәге коллективы, “Йәнгүҙәй” халыҡ фольклор ансамбле әүҙем ҡатнашты.