Ҡумыҙ буйынса оҫталыҡ дәресе

13 октябрь көнө Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дилара Рафиҡова Иҫке Сибай ауылында Әлфиә Ибраһимова етәкселегендә эшләп килгән “Яҙгөл” фольклор-хореографик ансамблендә йөрөүселәрҙе ҡумыҙ серҙәренә өйрәтте. Оҫталыҡ дәресендә ҡатнашыусылар ҡумыҙ төрҙәрен, ҡумыҙҙа уйнауҙың һаулыҡҡа файҙаһын өйрәнде.